Көҙөн көн баҫып, ямғыр яуып торғанда кәйеф төшөп, эс бошоп алып китә. Ҡайһы бер кешеләр быны бик ауыр ҡабул итә. Нимә эшләргә? Иң беренсе, өйҙә ултырмаҫҡа, ә саф һауала йөрөргә. Сөнки урамдағы тәбиғи яҡтылыҡ кешегә мелатонин гормоны алырға булышлыҡ итә. Ул бәхет тойғоһо бирә. Тынысландырыусы (мәтрүшкәле, бөтнөк менән) сәйҙәр эсергә кәрәк. Витаминдар ашарға: мәҫәлән, магний нервылар ҡаҡшағанда, төшөнкөлөк баҫҡанда ярҙам итә. Һыу ҡойонорға, мунса инергә була. Тоҙ йә ылыҫ һалынған, еҫле эфир майҙары тамыҙылған ваннала ятып алырға мөмкин (тик 15-20 минуттан артыҡ түгел!), был да нервы системаһын тынысландыра.Яҡшы кино ҡарарға, китап уҡырға, доғалар ятларға мөмкин. Һәм, әлбиттә, үҙегеҙ яратҡан шөғөл менән булышырға. Эш күп булғанда депрессияға китергә форсат та ҡалмай. Автор фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!