Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфө ҡыҙы "Мисс Африка" исемен яулаған

Өфө ҡыҙы тигәс тә, Өфөлә тыуған йә ҡатнаш милләттән булған беҙҙең ҡыҙ түгел, ә баш ҡалабыҙҙа уҡыусы Африканың Гана иленән килгән студент ҡыҙ ул. Стампулус Данква Микеалина Мэри Мәскәүҙә уҙған конкурста "Мисс Африка-2025" титулын яуланы. Ул унда Өфөнө лә үҙенең икенсе йорто тип атаны. Микеалина Өфө фән һәм технологиялар университетында «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» йүнәлешендә өсөнсө курста уҡый. Конкурс бөтә Рәсәйҙән Африка диаспораһы вәкилдәрен йыйҙы - ҡатнашыусылар милли кейемдә сәхнәгә сыҡты, һәләттәрен күрһәтте һәм үҙ илдәренең мәҙәниәте тураһында һөйләне. "Был ярыш ҡына түгел, ә мәҙәниәт, берҙәмлек һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы булды", - тине еңеүсе. Хәҙер Өфөнөң үҙ "Мисс Африка"һы бар. Фото: шәхси архивтан. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!