Быйыл Рәсәй Төньяҡ диңгеҙ юлын – ҡырыҫ арктик диңгеҙҙәр аша Рәсәйҙең Европа өлөшөн Алыҫ Көнсығыш менән бәйләгән легендар юлды – үҙләштереүҙең 500 йыллығын билдәләй. Бер ҡараһаң, Башҡортостан континенттың төпкөлөндә урынлашҡан һәм был боҙ майҙандарынан алыҫта. Әммә Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереү беҙҙең күп кенә яҡташтарыбыҙҙың ғүмерлек һөнәре булып тора һәм Өфөлә дүрт йыл инде В.И.Альбанов исемендәге Полярниктар музейы эшләп килә. “Беҙҙең музейҙың барлыҡ экспозициялары ла тип әйтерлек Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүгә, яҡташтарыбыҙҙың Арктиканы үҙләштереүгә арналған героик эшенә арналған, – ти музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Янина Свице. – Полярниктар музейы – батырлыҡҡа тере һәйкәл ул. Беҙ өс проектты нәшер итәбеҙ, шул иҫәптән йыл һайын “Башҡортостан полярниктары” тигән альманах сығарабыҙ. Әгәр ҙә 2021 йылда һигеҙ күренекле полярниктың биографияһы урынлаштырылһа, быйылғы альманахта улар утыҙҙан ашыу. Был теманы өйрәнеүҙе артабан дауам итәсәкбеҙ”. Был исемлектә Валериан Альбанов тәүгеләр