19-21 ноябрҙә Өфөнөң вуз-ара кампусында Фән айлығы сиктәрендә «Инновациялы технологияларҙың һәм материалдарҙың фундаменталь аспекттары» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Унда нанотехнология, материалдар һәм химик технологиялар, яһалма интеллект технологияһы өлкәһендәге белгестәр ҡатнашасаҡ. Сараның маҡсаты – уҡытыусылар, аспиранттар һәм студенттарҙы алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы фәнни ҡаҙаныштар менән таныштырыу. Ойоштороусылар – Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Яһалма интеллект методологияһы буйынса ғилми советының Башҡортостандағы бүлексәһе, «Белем» йәмғиәте һәм «Нефтехимэшкәртеү» ғилми-тикшеренеү институты акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорт-ара студенттар кампусы. Ойоштороу комитетына илдең яңы технологиялар өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүсе алдынғы ғалимдары ла инә. - Әлеге ваҡытта индустрияның бөтә тармаҡтарында ла