Бөгөн баш ҡалалағы “Торатау” конгресс-холында Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы йыйылыш булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аграрийҙарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы, хеҙмәт уңыштары, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙҙең агросәнәғәт комплексы эшсәндәре етештереү һәм эшкәртеү күләмен йылдан-йыл арттыра, тармаҡтың технология йәһәтенән ныҡлығын тәьмин итә, техника паркын яңырта, экспортты үҫтерә, – тине ул. 2025 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү 5,3 процентҡа күбәйгән. Республикала уңыш яҡшы – 3,8 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ, ике миллион тонна самаһы шәкәр сөгөлдөрө һәм бер тонна тирәһе майлы культуралар йыйылған. Иген етештереү буйынса лидерҙар – Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары. Улар 250 мең тонна ашлыҡ йыйған. Артабан Мәләүез, Саҡмағош, Илеш, Баймаҡ, Ауырғазы, Дәүләкән райондары килә. Уларҙың был йәһәттән күрһәткесе – 150 мең тонна. Башҡортос