Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мин АГРО-ла” агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһы” интерактив белем биреү киңлегендә булды. Һөнәри йүнәлеш биреү майҙансығын Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында ойошторғандар. 5 – 11 ноябрҙә унда килеп, балалар һәм үҫмерҙәр заманса ауыл хужалығының нисек эшләгәнен ҡарай, үҙҙәрен тармаҡтың төрлө йүнәлештәрендә һынап ҡарай ала. Уҡыусыларға алдынғы игенселек, малсылыҡ нигеҙҙәрен, аҙыҡ-түлек етештереү технологияларын күрһәтәләр. Улар агродрондарға идара итергә өйрәнә, үҫемлектәрҙе микроскоп аша тикшерә, VR-күҙлектәр аша заманса ауыл хужалығы предприятиелары менән таныша. Радий Хәбиров агротехника һәм ветеринария майҙансыҡтарын, уҡыу һөт заводы, балыҡ фермаһын ҡараны. Университет ректоры Илдар Ғәбитов һөнәри йүнәлеш биреү күнекмәләрен юғары уҡыу йорто студенттары үткәреүе хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, интерактив белем биреү киңлегенә дүрт мең самаһы уҡыусыны килтереү планлаштырыла. Был –