Күптәр уны аҡса гөлө тип атай. Байлыҡ килтерәлерме, юҡмы – әйтеүе ҡыйын, быға ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ эше, ә бына уның япраҡтарының төрлө сирҙәр осрағында файҙалы булыуын күптәр белеп тә бөтмәйҙер. Шифаһы йәһәтенән ул барыбыҙ ҙа белгән алоэнан һис тә ҡалышмай. Аҡса гөлө вирустарға, бактерияларға, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы дауа була ала. Өйҙә берәйһе сирләһә, был гөл шиңә, бөршәйә башлай, хатта һулыуы, япраҡтары тулыһынса ҡойолоуы ла ихтимал, тип билдәләйҙәр. Гөлдөң япрағын йәки унан сыҡҡан һутты яраларға, шешкән, елһенгән, ҡырҡылған урындарға һалырға кәңәш итәләр. Уның һуты яраның тиҙ бөтәшеүенә, тиренең боҙолмауына булышлыҡ итә. Быуын тартылғанда йәки ныҡ бәрелеп, тәндең берәй өлөшөн ауырттырғанда, аҡса гөлөнөң япраҡтарын бутҡа хәленә килтереп, компресс һалырға мөмкин. Ул ауыртыныуҙы баҫасаҡ. Әгәр бит-йөҙ, айырыуса ирен тирәһенә герпес сығып ыҙалатһа, ошо гөл япрағының һуты ярҙамға килә ала. Ярты-бер сәғәт һайын герпеслы урынға яңы һут һылағыҙ, әммә ул ауыҙ ҡыуышлығына эләгеп ҡ