Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Машина ишеген асмаған өсөн таксистың башына атҡан

Мәскәүҙә бер әҙәм бизнес класлы такси саҡыртҡан. Белеүебеҙсә, был төр таксила водитель клиентты ишек асып индерә һәм сығара. Ниндәйҙер сәбәп менән таксист пассажирына ишекте асып өлгөрмәй. Тәүҙә улар араһында һүҙ низағы тыуа. Артабан йәне көйгән әҙәм пистолет сығарып, таксисҡа тоҫҡап бер нисә тапҡыр ата һәм уны яралай. Был ғына етмәй, сығырынан сыҡҡан ир ергә ҡолаған водителде тикесләй башлай һәм аҙаҡтан башына тоҫҡап, тағы берҙе ата. Үҙәк баҫмалар хәбәр итеүенсә, үкенескә ҡаршы, таксист алған яраларынан йән биргән. Машина ишеген асмаған өсөн шул тиклем ҡуҙғып, кеше ғүмерен ҡыйыусыны ҡулға алғандар. Яҙлы-көҙлө психикаһы тотороҡһоҙ әҙәмдәрҙең сире ҡуҙғып алыусан. Бындай кешеләр менән һаҡ булығыҙ, низағлашыуҙан, һүҙ көрәштереүҙән һаҡланығыҙ, ти белгестәр. Фото: видеонан скриншот. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!