Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Яңынан кейәүгә сығаһы булма, әсәй!” тип шарт ҡуйҙым

Был тарихты йәше 60-ты үткән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған Мәҙинә исемле апай һөйләгәйне. “Атайым мәрхүм булғанда миңә 11 йәш ине. Әсәйем 37 йәшендә тол ҡалған булып сыға. Ағайым Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөй, аҙна һайын ялға ҡайта. Атайҙы юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерҙек, әммә ни хәл итәһең, тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк. Бер-ике йыл тирәһе ваҡыт үткән булғандыр, өйөбөҙгә бер ағай килеп инде. Күрше ауылдан, ҡатыны үлгән икән. Баҡтиһәң, әсәйемә бергә йәшәргә тәҡдим иткән. Был хаҡта ишеткәс: “Мин өйөбөҙҙән бер ҡайҙа ла күсеп китмәйем”, – тип шарт ҡуйҙым. Балалыҡ менән: “Әсәй, нимәгә ул кеше беҙгә? Мин һиңә бөтә эштә ярҙам итешәм, ағайым да ҡайтып тора. Беҙ бит унһыҙ ҙа йәшәй алабыҙ”, – тип үпкәләп әйткәнемде лә иҫләйем. Теге ағай ике-өс тапҡыр килде лә туҡтаны. Ошо хәлдән һуң башыма “Әсәйем кейәүгә сығып ҡуймаһын” тигән уй ояланы. Был уй мине гел ҡурҡыуға һала, шөбһәләндерә. Мәктәптән ҡайтам да йорт-ҡуралағы барлыҡ эште йүгереп йөрөп эшләйем: санаға бидо

Был тарихты йәше 60-ты үткән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған Мәҙинә исемле апай һөйләгәйне. “Атайым мәрхүм булғанда миңә 11 йәш ине. Әсәйем 37 йәшендә тол ҡалған булып сыға. Ағайым Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөй, аҙна һайын ялға ҡайта. Атайҙы юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерҙек, әммә ни хәл итәһең, тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк. Бер-ике йыл тирәһе ваҡыт үткән булғандыр, өйөбөҙгә бер ағай килеп инде. Күрше ауылдан, ҡатыны үлгән икән. Баҡтиһәң, әсәйемә бергә йәшәргә тәҡдим иткән. Был хаҡта ишеткәс: “Мин өйөбөҙҙән бер ҡайҙа ла күсеп китмәйем”, – тип шарт ҡуйҙым. Балалыҡ менән: “Әсәй, нимәгә ул кеше беҙгә? Мин һиңә бөтә эштә ярҙам итешәм, ағайым да ҡайтып тора. Беҙ бит унһыҙ ҙа йәшәй алабыҙ”, – тип үпкәләп әйткәнемде лә иҫләйем. Теге ағай ике-өс тапҡыр килде лә туҡтаны. Ошо хәлдән һуң башыма “Әсәйем кейәүгә сығып ҡуймаһын” тигән уй ояланы. Был уй мине гел ҡурҡыуға һала, шөбһәләндерә. Мәктәптән ҡайтам да йорт-ҡуралағы барлыҡ эште йүгереп йөрөп эшләйем: санаға бидон ултыртып, һыуға барып киләм, малдарға һыу эсерәм, ҡураны таҙалайым, кискелеккә күп итеп бесән сығарам. Әсәйем ҡайтып, малды бикләүгә барыһы ла әҙер булһын, тип тырышам. Утын, бесән әҙерләүҙә лә ағайымдан, әсәйемдән ҡалышмайым. Был эштәрҙе башҡарғанда ла әсәйем яңғыҙыма донъя көтөү ауыр, тип уйлап ҡуймаһын, тим. Хәҙер әсәйемдең шул саҡтағы фотоһүрәттәренә ҡарайым да хайран ҡалам, шул тиклем йәш, һылыу булған икән ҡәҙерлем. Тормошон уның менән бәйләргә теләүселәр артабан да булманы түгел, булды. Әллә минең күңелемде ҡыйырға теләмәне, әллә башҡа сәбәпме, ҡәҙерле кешем яңғыҙы ҡартайҙы. Мин дә, ағайым да үҙ тормошобоҙҙо ҡороп, ҡалала төпләндек. Әсәйебеҙ нигеҙен ташларға теләмәне. Йыш ҡайтырға, һәр йәһәттән ярҙам итергә, ҡәҙер күрһәтергә тырыштыҡ, сирләһә, ҡала дауаханаһына һалып, дауаланыу мөмкинлеге лә булдырҙыҡ. Әсәйем 80 йәшен билдәләп, йүгереп кенә йөрөгән еренән тигәндәй, ҡапыл ғына мәрхүмә булды. Хәҙер инде ир ҡатыны, балалар әсәһе, тормош күргән кеше булараҡ, үҫмер саҡта үҙемдең ни тиклем хаҡлы булмауымды аңлайым да бит, ваҡытты кирегә әйләндереү мөмкин түгел. Әгәр мин үпкәләп, илап ҡаршы төшмәһәм, сәскәләй сағында яңғыҙ ҡалған әсәйем, яңынан парлы булып, күпкә бәхетлерәк ғүмер кисерер ине, тип уйлайым ҡайһы ваҡыт...” Нәсих Хәлисов фотоэтюды. Был фотоның әлеге мәҡәләгә тура ҡағылышы, бәйләнеше юҡ. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!