Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Нефть һәм газ өсөн яңы техник әйберҙәр етештерә башланылар

“Һаҡлаусы япмаларҙың технологик системалары” компанияһы Ишембайҙа нефть һәм газ сығарыу тезникаһы өсөн деталдәр һәм өлөштәр етештереүҙең тулы циклы менән эшләйәсәк сәнәғәт үҙәге асты. Был процеста деталь өҫтәрен һәм функционаь ямпаларҙы эшкәртеүҙең инновация ысулдары ҡулланыласаҡ. Ошондай уҡ үҙәк күптән түгел Мәскәү өлкәһендә лә булдырылғайны. Дөйөм инвестиция күләме 564 миллион һум тәшкил итте, шуның 449 миллион һумын Сәнәғәтте үҫтереү фонды ташламалы заем рәүешендә биргән. Инвестпроект тулыһынса тормошҡа ашырылғас, компанияның ҡеүәте нефть һәм газ тармағы өсөн йылына ике меңгә саҡлы гидравлик плунжер, 350-гә тиклем гидравлик шток, телеметрия өсөн 12,6 меңгә тиклем деталдәр, һырлы ер ҡағыу двигателдәре өсөн 400-гә саҡлы комплектлаусы әйберҙәр етештерә аласаҡ. ФЕКЕР Александр ШЕЛЬДЯЕВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры: “Башҡортостан өсөн Ишембайҙа ошонай сәнәғәт үҙәгенең эшләп китеүе япмалар өсөн заманса материалдар ете

“Һаҡлаусы япмаларҙың технологик системалары” компанияһы Ишембайҙа нефть һәм газ сығарыу тезникаһы өсөн деталдәр һәм өлөштәр етештереүҙең тулы циклы менән эшләйәсәк сәнәғәт үҙәге асты. Был процеста деталь өҫтәрен һәм функционаь ямпаларҙы эшкәртеүҙең инновация ысулдары ҡулланыласаҡ. Ошондай уҡ үҙәк күптән түгел Мәскәү өлкәһендә лә булдырылғайны. Дөйөм инвестиция күләме 564 миллион һум тәшкил итте, шуның 449 миллион һумын Сәнәғәтте үҫтереү фонды ташламалы заем рәүешендә биргән. Инвестпроект тулыһынса тормошҡа ашырылғас, компанияның ҡеүәте нефть һәм газ тармағы өсөн йылына ике меңгә саҡлы гидравлик плунжер, 350-гә тиклем гидравлик шток, телеметрия өсөн 12,6 меңгә тиклем деталдәр, һырлы ер ҡағыу двигателдәре өсөн 400-гә саҡлы комплектлаусы әйберҙәр етештерә аласаҡ. ФЕКЕР Александр ШЕЛЬДЯЕВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры: “Башҡортостан өсөн Ишембайҙа ошонай сәнәғәт үҙәгенең эшләп китеүе япмалар өсөн заманса материалдар етештереүҙә яңы аҙым булып тора. Сәнәғәтте үҫтереү буйынса федераль фондтың финанслауы республикабыҙ майҙанында ғәмәлгә ашырылған был проекттың киләсәге ҙур булыуын раҫлай. Предприятиеға ярҙам күрһәтелеүен иҫәпкә алып, сәнәғәт үҙәге илдең ҙур энергетика корпорацияларына тауар биреп тороу сылбырының мөһим звеноһына әйләнергә мөмкин”. Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.