Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII “Рәсәй – спорт державаһы” Халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Форумдың темаһы – “Спорт киләсәк хаҡына: бергәләп еңәбеҙ”. Форум делегаттарына тәбрикләү һүҙе менән Рәсәй Президенты Владимир Путин мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, пленар ултырыштың темаһы замандың төп ихтыяжын сағылдыра – спорт хәрәкәтен үҫтереүҙә бөтә илдәрҙең көсөн берләштерергә кәрәк. “Рәсәй, планетаның күпселек дәүләттәре кеүек үк, илдәр һәм халыҡтарҙың тиңлек, бер-береңдең ихтыяжын аңлау, милли мәҙәниәттәрҙе ихтирам итеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек итеүе өсөн сығыш яһай”, – тине Владимир Путин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан баш ҡалаһындағы бынан алдағы форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәк слаломы өсөн комплекстың тәүге сираты асылғайны. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.