Гөлфиә менән Радмирҙың ғаиләһе түңәрәк кеүек. Биш йыл йәшәгәндән һуң, ниһайәт, көтөп алған улдары тыуҙы. Ғаилә башлығы эштә, йәш әсә сабый менән өйҙә. Аҡса ла етә кеүек, тик... Бына шул тикһеҙ булмай икән ул. Сабыйҙы икеһе лә көтөп алһа ла, уны ҡарау күпселеге әсә иңенә төшә. Был аңлашыла ла инде, Радмир иртәнән кискә тиклем эштә бит. Тик малайҙары тыуғаны бирле бигерәк тыңғыһыҙ, илаҡ. Гөлфиәнең ҡулынан көнө буйы төшмәй. Ә уға ашарға бешерергә, өй йыйыштырырға ла кәрәк. Тештәре сыҡҡас, төндәрен дә йоҡламай сығалар. Әҙерәк кенә үҙенә лә иғтибар биргеһе, ял иткеһе килә. Шуға ире эштән ҡайтыу менән сабыйҙы уға биреп, әҙерәк ял итергә теләй ҙә бит йәш әсә. Тик, Радмир ҙа “эштән арып ҡайттым” тигән сәбәп менән диванға ҡунаҡлай һәм ҡулына телефон ала. Төн еткәнсе уға текәлеп ятҡан саҡтары ла йыш. Гөлфиәгә был оҡшамағас, өйҙә тауыш сыға башлай. Тәүге тапҡыр ошо сәбәпле ныҡ ҡына итеп әрләшкәс, ире бөтөнләй өйҙән сығып китә. Юҡ, һөйәркәгә лә, дуҫтарына ла түгел, ә ике урам аша йәшәгән әсәһе яны