Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Алдағы көндәрҙә һауа торошона әҙер булығыҙ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә көслө ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән сымдарҙы һәм ағастарҙы ҡар һырып аласаҡ, ямғыр ҡатыш боҙ яуасаҡ. Көндөҙ яуым-төшөм кәмейәсәк. Юлдарҙа боҙлауыҡ хасил буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, көсәйгәндә - 18 метрға тиклем. Төндә температура -2, +3 градус, көндөҙ 0, +5 градус. Төндә юлдарҙа күреү мөмкинлеге насарая, күрһәткес бер-ике километр тәшкил итәсәк, төндә һәм иртән томан буласаҡ, шуға ла күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем буласаҡ. Иғтибар: ✔️ юлдарҙа һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡтан һаҡланығыҙ; ✔️ һауа торошо фараздарын һәм иҫкәртеүҙәрҙе күҙәтеп тороғыҙ; ✔️ күреү мөмкинлеге түбән булған шарттарҙа иғтибарҙы юғалтмағыҙ. Ашығыс хеҙмәт телефоны: 112. Рәмилә МУСИНА фотоһы. ✅ Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!