Языков үҙәк район дауаханаһына йөклө ҡатындарҙы медицина тикшереүе өсөн доплер анализаторын алды. Ҡорамал “Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡайтарылды. - “Ғаилә” милли проектын тормошҡа ашырыу – бик мөһим аҙым. Ул районыбыҙҙа медицина ярҙамын күтәрергә һиҙелерлек булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе Языков үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмаз Заһиҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле