Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быуындарығыҙ, тубығығыҙ һыҙлаһа, арҡағыҙ ауыртһа...

Был рецепт буйынса эшләнгән дауа быуындарҙың, тубыҡтарҙың, арҡа һөйәгенең эшмәкәрлеген яҡшырта. Бер килограмм бал, 10 балғалаҡ етен орлоғо, 50 грамм ҡабаҡ орлоғо, биш ҡалаҡ кунжут, өс ҡалаҡ йөҙөм, 50 грамм көнбағыш орлоғо, 50 грамм бойҙай бөртөктәре алабыҙ. Бар ингредиенттарҙы ҙур һауытҡа һалып, яҡшы итеп болғайбыҙ. Бер төрлө масса килеп сыҡҡас, быяла банкаға тултырабыҙ. Иртәнге һәм төшкө аш алдынан берәр балғалаҡ ҡабул итергә кәрәк. Шифалы ҡушылма быуындарығыҙҙы, йөрәк мускулдарын нығытыр, һеңерҙәрҙе, тарамыштарҙы һығылмалы итер. Һәр дауаланыу курсы алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. Фото: "Һаулығым - байлығым" төркөмө.