24 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салют” реабилитация-белем биреү комплексында булды. Бында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” (“Ломая барьеры”) форумы бара. Балалар учреждениеһы республика етәксеһе башланғысы менән ҡаланың Киров районында шул уҡ атамалағы элекке шифахана нигеҙендә төҙөлдө һәм 2024 йылдың октябрендә асылды. “Салют” биналарының дөйөм майҙаны – 25,7 мең квадрат метр. Бында көнөнә 250 кешегә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационарҙар, Республика балалар клиник дауаханаһының (РБКД) психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынлыҡ “Йондоҙ” мәктәбе урынлашҡан. Йыл һайын “Салют”һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән алты мең самаһы баланы ҡабул итә. Учреждение директоры Милана Скоробогатова йәш пациенттарҙың бында комплекслы ярҙам алыуын билдәләп үтте – улар реабилитация, белем алыу һәм медицина хеҙмәттәрен ала. Башҡортостан етәксеһе реабилитация-белем биреү комплексын ҡарап сыҡты, форум айҡанлы ойошторолған күргәҙмәне лә ҡараны. Журналистар