БР Милли музейы филиалы - Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Ә. Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе менән берлектә Бөтә Рәсәй «Музейҙар аҙналығы» акцияһы сиктәрендә Темәс ауыл биләмәһенән МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн «Һеҙ-батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө!» тигән осрашыу сараһы үткәрелде. Ҡунаҡтарҙы музей мөдире Айҙар Мәжитов сәләмләп, илен яратҡан, матур тәрбиә биргән улдары өсөн әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Осрашыу сараһы Ә. Исҡужин исемендәге Темәс балалар сәнғәт мәктәбенең уҡыусылары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Хореография класы ҡыҙҙары дәртле «Лебедушка» рус бейеүе, йыр класы уҡыусылары Артур Тажетдиновтың «Ай, һай, Салауат», Айлина Әбсәләмованың «Батырҙар һәйкәле» һәм йыр класы уҡытыусыһы Әлфиә Әхмәтшинаның «Ғүмер бер генә» исемле моңло йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Осрашыуҙың икенсе өлөшө яугирҙәрҙең яҡындары өсөн әҙерләнгән сәй өҫтәле артында эскерһеҙ һөйләшеү һәм аралашыу менән дауам итте.
БР Милли музейы филиалы - Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Ә
24 октября 202524 окт 2025
~1 мин