Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Байрам" Еңеүҙе яҡынайта

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы "Байрам" позывнойлы һалдат тыумышы менән Балаҡатай районынан. – Батыр яуҙаштарым менән дошманды сигендереүҙе дауам итәбеҙ, тыныслыҡ урынлашҡан биләмәләрҙәге халыҡтың беҙгә рәхмәте ҙур, – тип һөйләй "Байрам". – Унда кешеләр ҡыҫылып, иҙелеп һәм йәберһетелеп йәшәгән, беҙҙән һуң иһә иркен тын алып ҡалдылар. Еңеү мотлаҡ Рәсәй яғында буласаҡ, был тәңгәлдә тамсы ла шик юҡ. Ул Балаҡатай районы халҡына, бигерәк тә Үрге Үтәш һәм Түбәнге Үтәш ауылдары кешеләренә сикһеҙ рәхмәтен еткерә. Сөнки улар махсус хәрби операциялағы ил һаҡсыларына даими гуманитар ярҙам оҙатып тора. Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова белдереүенсә, һалдаттарға ярҙам киләсәктә лә өҙлөкһөҙ дауам ителәсәк. Фото: Лариса Мырҙакамалова фотоһы.