АҠШ-тың Финанс министрлығы Рәсәйҙең иң ҙур нефть компанияларына – “Роснефть” һәм “Лукойл”ға ҡаршы санкциялар индерә. Санкциялар аҫтына шулай уҡ уларҙың бүлендек предприятиелары “Рәсәй иҡтисадының энергетика секторында ҡатнашыуы йәки эшмәкәрлеге өсөн” эләгә. Ундай предприятиелар араһында Өфөнөң “Башнефть-Добыча” һәм Нарьян-Мар ҡалаһындағы “Башнефть-Полюс” предприятиелары бар. Минфин хәбәр итеүенсә, өҫтәмә санкциялар “Рәсәйҙең тыныслыҡ процесы менән етди ҡыҙыҡһынмауы” арҡаһында индерелә. Сикләүҙәр АҠШ-тағы активтарҙы блокировкалауҙы күҙ уңында тота. “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөлә 2009 йылдың октябрендә теркәлгән. Ойоштороусыһы – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы. Фото: “Башинформ”.