Найти в Дзене

Координация советы ултырышы үтте

24 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса координация советының күсмә ултырышын уҙғарҙы. Был сара “Йондоҙ” белем биреү үҙәге майҙансығында “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” тигән форумға ярашлы ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар 2025 йылда һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе реабилитациялау һәм абилитациялау комплекслы система үҫешендәге эштәргә йомғаҡ яһаны. Шулай уҡ ярҙамды камиллаштырыу саралары ҡаралды. Ултырышты асып, республика Башлығы 1 марттан илдә инвалидтарҙы реабилитациялау системаһында яңы этап башланыуын белдерҙе. Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр тармаҡтың аныҡ стандарттарын, дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен билдәләне. -Беҙҙең алда ҙур яуаплы эш тора. Яңы стандарттар буйынса хеҙмәт күрһәтеү планын раҫланыҡ. Тиҙҙән комплекслы реабилитация буйынса төбәк законын ҡабул итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. –Шуны билдәләгем килә, инвалидтарҙы комплекслы реабилитациялау һәм адаптациялау һорауҙары барыһы ла минең контролдә тотола. Ярҙ

24 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса координация советының күсмә ултырышын уҙғарҙы. Был сара “Йондоҙ” белем биреү үҙәге майҙансығында “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” тигән форумға ярашлы ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар 2025 йылда һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе реабилитациялау һәм абилитациялау комплекслы система үҫешендәге эштәргә йомғаҡ яһаны. Шулай уҡ ярҙамды камиллаштырыу саралары ҡаралды. Ултырышты асып, республика Башлығы 1 марттан илдә инвалидтарҙы реабилитациялау системаһында яңы этап башланыуын белдерҙе. Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр тармаҡтың аныҡ стандарттарын, дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен билдәләне. -Беҙҙең алда ҙур яуаплы эш тора. Яңы стандарттар буйынса хеҙмәт күрһәтеү планын раҫланыҡ. Тиҙҙән комплекслы реабилитация буйынса төбәк законын ҡабул итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. –Шуны билдәләгем килә, инвалидтарҙы комплекслы реабилитациялау һәм адаптациялау һорауҙары барыһы ла минең контролдә тотола. Ярҙамға мохтаждарға мөмкин булғанса булышлыҡ итеү - беҙҙең дөйөм кешелек һәм һөнәри бурыс. Төбәк етәксеһе реабилитация инфраструктураһы үҫешен билдәләне. 2025 йылда Өфөлә “ПроДобро” тигән инвалидтарҙың көндөҙгө мәшғүллек үҙәге эшләй башланы. "Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды бүлексәһе Совет майҙанында яңы бина аласаҡ. Белгестәрҙең бында быйыл декабрҙә эшләй башлауы планлаштырыла. Башҡортостанда барлығы биш реабилитация үҙәге эшләй һәм уларҙың 14 филиалы булдырылған, 15 психоневрология интернаты, биш йорт-интернат, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн өс көндөҙгө бүлек асылған, Өфөлә геронтология үҙәге лә ҡабул итә. Төбәк етәксеһе республикала яҡынса 248 мең инвалид йәшәүен, уларҙың 21 меңдән ашыуы балалар булыуын билдәләне. - Беҙҙең тәүге бурыс – уларҙы сифатлы тормош мөхите менән тәьмин итеү. Был йәһәттән күп нәмә башҡараһы бар. Шуға ла берлектәге эште дауам итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.