Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн ҡояш байығанға тиклем уҡығыҙ

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кесаҙна төнөндә йәки йома көн дауамында "Әл-Кәһф" (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан. Был сүрәнең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәл фетнәһенән (алдаҡтан, ялғандан, яуызлыҡтан) һаҡланған булыр", – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм (Мөслим йыйынтығынан). Был сүрә Пәйғәмбәребеҙгә Мәккәлә сағында иңдерелгән. Ул 110 аяттан тора. Дүрт төп тема бар: 1) иман менән һынау (9 – 26-сы аяттар),2) байлыҡ менән һынау – хәлле һәм ярлы кешеләр тарихы (32 – 44-се аяттар),3) белем менән һынау – Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм Әл-Хызыр (60 – 82-се аяттар),4) хакимлыҡ итеү менән һынау – Зөлҡәрнәй һәм Йәьжүж менән Мәьжүж халыҡтары (83 – 98-се аяттар). Д. Ишморатова фотоһы.