Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса биш проект тормошҡа ашырыласаҡ. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ерлектәрҙә уңайлы мөхит булдырыуға иң яҡшы проекттар буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы йыл һайын "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль программаһына ярашлы уҙғарыла. Мәҫәлән, Бөрөлә туристарҙы йәлеп итеү дүрт тапҡырға артҡан, өс музей асылған, тематик фестивалдәр өсәүҙән 21-гә еткән. Туймазыла төҙөкләндереү эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә этәргес булған - 17 бизнес нөктәһе, шул иҫәптән кафе, магазиндар һәм оҫтаханалар асылған. 2025 йылда Башҡортостандан биш проект конкурста еңеү яулай. Улар - Октябрьский, Дүртөйлө ҡалаларынан, Кушнаренко, Үрге Йәркәй ауылдарынан, Шишмә ҡасабаһынан. Еңеүселәрҙең башланғыстарын тормошҡа ашырыуға, дөйөм алғанда, 436,28 миллион һум федераль аҡса йәлеп ителәсәк. Әле Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү буйынса институты 2026 йылда уҙасаҡ конкур