Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Пациенттар тиҙерәк һауығыр

Ишембай үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамал килтерелде. Ике яңы интерактив реабилитациялау системаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Техника пациенттарҙың когнитив һәм хәрәкәт мөмкинлектәрен тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Аппараттарҙа интерактив сценарийҙар программалаштырылған. Улар пациентҡа иғтибарҙы, хәтерҙе, моториканы һәм координациялауҙы күнектереү өсөн виртуаль объекттар менән эшләргә булышлыҡ итә. “Ошондай заманса ҡорамал ярҙамында пациенттар әүҙем тормошҡа тиҙерәк ҡайтыр тип ышанабыҙ”, - тип белдерҙе Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ ҡыла. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған. Сығанаҡ: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.