“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Туймазы районының Һайран ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быға тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты 1966 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан булған, унда һыу тәьминәте һәм канализация булмаған. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эшләү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, санузел, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-яраҡтарын һаҡлау урындары бар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медик-санитар ярҙамды 421 кеше, шул иҫәптән 55 бала йәшәгән Һайран һәм Үрнәк ауылдары халҡы аласаҡ. "Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты" проекты ярҙамында хәҙер һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкин. Фельдшерҙың дистанцияла ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу, электро