Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Коллективтың һәм тыңлаусыларыбыҙҙың еңеүе”

Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттарға тапшырылды, тип хәбәр иткәйнек. Журналистика өлкәһе вәкилдәре өсөн мөһим тантана Өфөлә, Шәһит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейында уҙғарылды. Тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләре өсөн абруйлы награданың быйылғы лауреаттары – “На земле Салавата” Салауат районы гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Шамил Әхмәтшин, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм “Юлдаш” радиоһы журналистары төркөмө – Гүзәл Зарипова, Гүзәл Ситдиҡова һәм Илнар Әхмәтгәрәевтәр. Лауреаттарға диплом, түшкә тағыла торған билдәнән тыш, аҡсалата бүләк тә тапшырыла. Шуныһын да әйтергә кәрәк: былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән премияның күләме биш тапҡыр арттырылды һәм быйылдан алып ул 500 мең һум тәшкил итә. Еңеүселәрҙең иҫтәлекле мәлдән тулҡынланыуы бер аҙ баҫылғас, награда алыуҙан тыуған кисерештәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Беҙҙең әңгәмәсе – Илнар Әхмәтгәрәев. Илнар Әхмәтгәрәев, “Юлдаш”

Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттарға тапшырылды, тип хәбәр иткәйнек. Журналистика өлкәһе вәкилдәре өсөн мөһим тантана Өфөлә, Шәһит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейында уҙғарылды. Тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләре өсөн абруйлы награданың быйылғы лауреаттары – “На земле Салавата” Салауат районы гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Шамил Әхмәтшин, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм “Юлдаш” радиоһы журналистары төркөмө – Гүзәл Зарипова, Гүзәл Ситдиҡова һәм Илнар Әхмәтгәрәевтәр. Лауреаттарға диплом, түшкә тағыла торған билдәнән тыш, аҡсалата бүләк тә тапшырыла. Шуныһын да әйтергә кәрәк: былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән премияның күләме биш тапҡыр арттырылды һәм быйылдан алып ул 500 мең һум тәшкил итә. Еңеүселәрҙең иҫтәлекле мәлдән тулҡынланыуы бер аҙ баҫылғас, награда алыуҙан тыуған кисерештәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Беҙҙең әңгәмәсе – Илнар Әхмәтгәрәев. Илнар Әхмәтгәрәев, “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе: – Шуны айырым билдәләп үтергә теләйем: был шәхси түгел, ә “Юлдаш” радиоһы коллективының һәм хатта беҙҙең тыңлаусыларҙың еңеүе... Тик тыңлаусылар ярҙамында, улар өсөн эшләйбеҙ, ижад итергә әҙербеҙ, артабан да яҡшыраҡ, сифатлыраҡ эшләргә ынтылырбыҙ. Беҙҙең девиз – "Беҙ бергә!". "Юлдаш" радиоһы быйыл юбилейын билдәләй: тыңлаусылар менән инде 25 йыл бергәбеҙ. Артабан да дуҫтарыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләргә әҙербеҙ. Премия – “Юлдаш”тың һәм уның тыңлаусыларының сираттағы шәп бүләге! “Күперҙәр” тапшырыуы сығарылыштары – хәҙерге Башҡортостандың социаль-иҡтисади, ижтимағи үҫеше тураһындағы аналитик тапшырыуҙар, республиканың йылъяҙмаһы. Һәр сығарылышта Башҡортостан үҫешенең мөһим мәсьәләләренең береһе ҡарала. Авторҙар үҙ фекерен һәм ҡаралған темаларҙың мөһимлеген төплө дәлилләй, уларҙы эксперттар, чиновниктар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең анализы тулыландыра. Ғаилә ҡиммәттәре, туризмды һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, МХО темаһы һәм йәмғиәттең башҡа мәсьәләләре тыңлаусылар өсөн аңлайышлы, ыңғай юҫыҡта бирелә. Журналистарҙың бөгөнгө Башҡортостанға объектив ҡараш ташлауы аудиторияға “Ни өсөн был мөһим? Ә бөгөн һәм киләсәктә ни тиклем мөһим?” тип уйланырға мөмкинлек бирә. һҮРӘТТӘ: И. Әхмәтгәрәев, фото – "Юлдаш" радиоһының социаль селтәрҙәге төркөмөнән; "Юлдаш"тың наградаға лайыҡ булыусы төркөмө, Альберт Заһиров фотоһы.