Найти в Дзене

"Вәғәҙә биргәйнем – һүҙемдә торҙом"

23 октябрҙә эш сәфәре барашында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжында булды. Мәғлүм булыуынса, сентябрҙә студенттар үҙидараһы лидерҙары менән осрашыуҙа колледжда уҡыған Илнар Хәсәнов Радий Хәбировҡа уҡыу йортоноң спорт майҙансығын тәртипкә килтереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Төбәк етәксеһе колледжға спорт майҙансығын килеп күрергә вәғәҙә иткәйне. Бында йәмғеһе 12 белгеслек һәм өс һөнәр буйынса 1411 кеше белем ала. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр өсөн “Штукатур” йүнәлеше буйынса инклюзив уҡытыу ҡаралған. Уҡыу практикалары өсөн йыһазландырылған оҫтаханалар бар. Башҡортостан Башлығы уҡыу бүлмәләрен, оҫтаханаларҙы ҡарап сыҡты һәм 2027 йылға планға уҡыу йортон, шул иҫәптән спорт майҙансығын да яңыртыуҙы индерергә ҡушты. – Килергә вәғәҙә биргәйнем – һүҙемдә торҙом, – тине Радий Хабиров. – Колледждарыбыҙҙы тәртипкә килтереү өсөн йыл һайын 500 миллион һум аҡса бүләбеҙ. 2026 йылға аҡса планлаштырылған, ә 2027 йылда бында ла ремонт яһарбыҙ. Респ

23 октябрҙә эш сәфәре барашында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжында булды. Мәғлүм булыуынса, сентябрҙә студенттар үҙидараһы лидерҙары менән осрашыуҙа колледжда уҡыған Илнар Хәсәнов Радий Хәбировҡа уҡыу йортоноң спорт майҙансығын тәртипкә килтереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Төбәк етәксеһе колледжға спорт майҙансығын килеп күрергә вәғәҙә иткәйне. Бында йәмғеһе 12 белгеслек һәм өс һөнәр буйынса 1411 кеше белем ала. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр өсөн “Штукатур” йүнәлеше буйынса инклюзив уҡытыу ҡаралған. Уҡыу практикалары өсөн йыһазландырылған оҫтаханалар бар. Башҡортостан Башлығы уҡыу бүлмәләрен, оҫтаханаларҙы ҡарап сыҡты һәм 2027 йылға планға уҡыу йортон, шул иҫәптән спорт майҙансығын да яңыртыуҙы индерергә ҡушты. – Килергә вәғәҙә биргәйнем – һүҙемдә торҙом, – тине Радий Хабиров. – Колледждарыбыҙҙы тәртипкә килтереү өсөн йыл һайын 500 миллион һум аҡса бүләбеҙ. 2026 йылға аҡса планлаштырылған, ә 2027 йылда бында ла ремонт яһарбыҙ. Республика етәксеһе шулай уҡ Илнар Хәсәнов менән дә аралашты, уның колледжды тамамлағас эшкә урынлашыу буйынса пландары менән ҡыҙыҡһынды, уңыштар теләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.