Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәген ҡараны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында 2025 йылдың октябрендә асылған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә булды. Республика етәксеһе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары ҡабул иткән бүлмәләрҙе ҡараны. Үҙәктә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары психолог, медицина хеҙмәткәре, мәшғүллек үҙәге белгестәре һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. “Мин һәр муниципалитетта ошондай үҙәк булырға тейеш тигән бурыс ҡуйҙым, – тине Радий Хәбиров. – Алғы һыҙыҡтан 2 700 кеше ҡайтты ла инде. Республикала ошондай үҙәктәр асыуҙы дауам итәсәкбеҙ”. Ошонда уҡ Башҡортостан Башлығы Октябрьскийҙан махсус хәрби опреацияла һәләк булған Василий Рахманов, Рәмил Абдуллин, Сергей Бермишев, Константин Дубинин, Дмитрий Дубинин, Илдар Кәримов, Радик Исламов һәм Рәмил Минихановтарҙың ғаиләләре менән осрашты. “Ысын ирҙәр үҫтергәнегеҙ өсөн бөтә Башҡорто

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында 2025 йылдың октябрендә асылған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә булды. Республика етәксеһе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары ҡабул иткән бүлмәләрҙе ҡараны. Үҙәктә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары психолог, медицина хеҙмәткәре, мәшғүллек үҙәге белгестәре һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. “Мин һәр муниципалитетта ошондай үҙәк булырға тейеш тигән бурыс ҡуйҙым, – тине Радий Хәбиров. – Алғы һыҙыҡтан 2 700 кеше ҡайтты ла инде. Республикала ошондай үҙәктәр асыуҙы дауам итәсәкбеҙ”. Ошонда уҡ Башҡортостан Башлығы Октябрьскийҙан махсус хәрби опреацияла һәләк булған Василий Рахманов, Рәмил Абдуллин, Сергей Бермишев, Константин Дубинин, Дмитрий Дубинин, Илдар Кәримов, Радик Исламов һәм Рәмил Минихановтарҙың ғаиләләре менән осрашты. “Ысын ирҙәр үҫтергәнегеҙ өсөн бөтә Башҡортостан халҡы исеменән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Беҙ геройҙарҙың ата-әсәләрен һәм балаларын ихтирам менән солғап алырға, улар тураһында даими хәстәрлек күрергә тырышабыҙ”. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.