Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы ҡалаһындағы яңыртылған 5-се урта белем биреү мәктәбен ҡараны. Уға республика инвестиция программаһы сиктәрендә реконструкция үткәргәндәр. 1952 йылда файҙаланыуға тапшырылғандан алып уҡыу йортон бер тапҡыр ҙа ремонтламағандар. 2018 – 2024 йылдарҙағы реконструкциянан һуң ул ҡалалағы иң ҙур мәктәпкә әүерелгән – майҙаны 6,2 мең квадрат метр тәшкил итә. Директор Урал Галишин быйылғы уҡыу йылында мәктәптә 795 бала уҡыуы, дәрестәр ике сменала барыуы тураһында һөйләне. Педагогик составта – 18 юғары категориялы уҡытыусы. Республика етәксеһе уҡыу кластарын, ашхананы, тамаша залын һәм уҡыусылар дронға ҡаршы япма әҙерләү менән мәшғүл булған хеҙмәт кабинетын ҡараны. Радий Хәбиров үҙенсәлекле уҡыусылар өсөн пандус, ял зонаһы, гигиеник бүлмә булыуын билдәләне. “Ремонт оҙағыраҡҡа һуҙылды. Әммә, ниһайәт, барыһы ла эшләнгән, был һәйбәт. Хәҙер иң мөһиме – уҡыу процесын белдекле ойоштороу, – тине Радий Хәбиров. – Күреп тораһығыҙ, 1952 йылда уҡ төҙөлһә лә һ