Бөгөн Туймазы районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан менән Татарстан сигендә Октябрьский – Уруссу трассаһында Ыҡ йылғаһы аша күперҙе реконструкциянан һуң асыу тантанаһында ҡатнашты. Хәрәкәткә стартты видеоэлемтә режимында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин бирҙе. Оҙонлоғо 238 метр булған күпергә реконструкция 2024 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә башланған. “Илдең юлдар тармағы һуңғы йылдарҙа ышаныслы үҫә. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, йылдан-йыл яңы объекттар асабыҙ. Рәсәй Президенты раҫлаған юл эшмәкәрлеге планы нигеҙендә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының барлыҡ күрһәткестәре лә үтәләсәгенә ышанам, – тине Марат Хөснуллин. – Башҡортостан менән Татарстан сигендәге реконструкцияланған күпер төбәктәр араһындағы транспорт элемтәһенең ышаныслылығын арттырасаҡ”. Республика етәксеһе подряд ойошмаларына сифатлы эш өсөн рәхәт белдерҙе һәм ике ресублика халҡын яңы объект менән ҡотланы. “Һеҙгә, Марат Шакирйән улы, Башҡортостан халҡынан юл төҙөлөшөнөң беҙ өлгәшкән темптары өсөн рәхмәт әйтәм. Беҙҙең Президентҡа, ил Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт. Элегерәк бындай масштаблы эш булмай ине әле”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.