22 октябрҙә яҡынса 23:45 сәғәттә Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһындағы заводта бер нисә көслө шартлау була. Көслө янғын сыға, әлегә ун кешенең һәләк булыуы тураһында билдәле. Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер, Копейск ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле, 24 октябрҙә ҡалала матәм көнө иғлан ителә тип белдерҙе. Әлегә шартлауҙың сәбәбен Копейск заводында техник процесты боҙоуға юл ҡуйылыуы ихтимал тип аңлаталар. Төбәк башлығы Алексей Текслер инфраструктура һәм граждан тәғәйенләнешендәге объекттар өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ тип белдерҙе. Копейск заводында һәләк булғандарҙың ғаиләләренең оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы (архивтан).