Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ҡорһағым үҫә, ҡатын-ҡыҙҙан оялам"

Ир-атты һимеҙлек, тулы кәүҙәле булыу, ҡыҫҡаһы, тән ауырлығы борсоймо? Был турала 50 йәште үткән, әммә 55 йәшкә етмәгән 100 көслө заттан һорағандар, шуның 10 проценты ғына быға әһәмиәт бирмәгән, әммә 90 кеше уны трагедия тип ҡабул иткән. Ысынлап та, был йәштә уртаса кәүҙәле булыуҙың шул хәтлем рәхәт икәнен үҙемдән беләм. Атлап йөрөүе еңел, хәл бөтмәй, тирләмәйһең. Әйткәндәй, табиптар ҙа һимеҙ ирҙәргә тиҙ арала ябығырға кәрәк тигән аҡыллы кәңәшен еткерә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, улар алпан-толпан килеп ауыр атлай, ултырған урынынан көскә тороп китә, эйелеп ботинка кейеү, итеген таҙартыу кеүек эштәрҙе башҡара алмауы көн кеүек асыҡ. "Ҡорһағым үҫә, эштәге ҡатын-ҡыҙҙан ныҡ оялам" тип бер ирҙең зарланғанын оноторлоҡ түгел. Үҙе иһә йыш һәм күп ашай. "Әҙерәк ашағыҙ, күберәк атлап йөрөгөҙ" тигәнде иһә ҡолағына ла элмәй. Еңел кәүҙәне һаҡлау, ҡорһаҡтың булмауы һаулыҡ йәһәтенән дә отошло. Шуға күрә лә, хөрмәтле ир-ат, төрлө сирҙәргә дусар булмайым тиһәгеҙ, үҙегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ. Фото: И

Ир-атты һимеҙлек, тулы кәүҙәле булыу, ҡыҫҡаһы, тән ауырлығы борсоймо? Был турала 50 йәште үткән, әммә 55 йәшкә етмәгән 100 көслө заттан һорағандар, шуның 10 проценты ғына быға әһәмиәт бирмәгән, әммә 90 кеше уны трагедия тип ҡабул иткән. Ысынлап та, был йәштә уртаса кәүҙәле булыуҙың шул хәтлем рәхәт икәнен үҙемдән беләм. Атлап йөрөүе еңел, хәл бөтмәй, тирләмәйһең. Әйткәндәй, табиптар ҙа һимеҙ ирҙәргә тиҙ арала ябығырға кәрәк тигән аҡыллы кәңәшен еткерә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, улар алпан-толпан килеп ауыр атлай, ултырған урынынан көскә тороп китә, эйелеп ботинка кейеү, итеген таҙартыу кеүек эштәрҙе башҡара алмауы көн кеүек асыҡ. "Ҡорһағым үҫә, эштәге ҡатын-ҡыҙҙан ныҡ оялам" тип бер ирҙең зарланғанын оноторлоҡ түгел. Үҙе иһә йыш һәм күп ашай. "Әҙерәк ашағыҙ, күберәк атлап йөрөгөҙ" тигәнде иһә ҡолағына ла элмәй. Еңел кәүҙәне һаҡлау, ҡорһаҡтың булмауы һаулыҡ йәһәтенән дә отошло. Шуға күрә лә, хөрмәтле ир-ат, төрлө сирҙәргә дусар булмайым тиһәгеҙ, үҙегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ. Фото: Илдар Аҡъюлов.