Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике ойошма берләшә

2026 йылда Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы 1-се ҡала клиник дауаханаһы структураһына ҡараясаҡ. Был – ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуҙа һиҙелерлек аҙым. Ҡарар ҡалала йәшәүселәрҙең медицина хеҙмәттәренән файҙаланыуына, диагностикалау һәм дауалау процестарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. - Һәр береһендә балалар бүлексәһе булған ике ойошманы бергә ҡушыу медицина ярҙамын күрһәтеүҙең берҙәм системаһын формалаштырырға булышлыҡ итәсәк. Был участка педиатрҙары һәм белгестәре эшен ойоштороуға ла ҡағыла. Берләштерелһә лә, балаларҙың участка табиптарына теркәлеүе үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең даими пациенттарына ярҙам күрһәтәсәк, - тип белдерҙе республианың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова. Әлеге ваҡытта балаларға стационар хирургия ярҙамы 1-се ҡала клиник дауаханаһы бүлексәләрендә күрһәтелә. - Берләштереү финанс өлөштө консолидацияларға, ҡайһы бер мәлдәрҙә ҡулайлаштырырға булышлыҡ итәсәк. Был бәләкәй пациенттарға һәм уларҙың ата-әсәһенә ыңғ

2026 йылда Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы 1-се ҡала клиник дауаханаһы структураһына ҡараясаҡ. Был – ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуҙа һиҙелерлек аҙым. Ҡарар ҡалала йәшәүселәрҙең медицина хеҙмәттәренән файҙаланыуына, диагностикалау һәм дауалау процестарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. - Һәр береһендә балалар бүлексәһе булған ике ойошманы бергә ҡушыу медицина ярҙамын күрһәтеүҙең берҙәм системаһын формалаштырырға булышлыҡ итәсәк. Был участка педиатрҙары һәм белгестәре эшен ойоштороуға ла ҡағыла. Берләштерелһә лә, балаларҙың участка табиптарына теркәлеүе үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең даими пациенттарына ярҙам күрһәтәсәк, - тип белдерҙе республианың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова. Әлеге ваҡытта балаларға стационар хирургия ярҙамы 1-се ҡала клиник дауаханаһы бүлексәләрендә күрһәтелә. - Берләштереү финанс өлөштө консолидацияларға, ҡайһы бер мәлдәрҙә ҡулайлаштырырға булышлыҡ итәсәк. Был бәләкәй пациенттарға һәм уларҙың ата-әсәһенә ыңғай мәл буласаҡ, - тип белдерҙе Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы Галина Мороз. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башинформ”.