Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә булған янғындарҙә ике кеше зыян күргән. 22 октябрҙә төндә Белорет районының Сермән ауылында йорт, ике мунса һәм йорт яны ҡаралтылары булған шәхси хужалыҡта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән. Тәненең өҫкө өлөшө һәм тын юлдары йәрәхәтләнгән 65 йәшлек ирҙе Белорет дауаханаһына оҙатҡандар. Шулай уҡ бөгөн төндә Ауырғазы районының Шеверле ауылында ла ағас торлаҡ йорт янған. Янғын һөҙөмтәһендә өй хужаһы зыян күргән, уны углекислый газ менән ағыуланыу диагнозы ҡуйып, Талбазы дауаханаһына оҙатҡандар. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе үткәрә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: янғын иҫкәртеүсе ҡорамалды ҡуйығыҙ: ул батарея ярҙамында эшләй, уны йылына берҙе алмаштырырға кәрәк; төтөн сыҡҡанда тауыш биреп һеҙҙе яуатасаҡ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.