Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рәсәйҙең аграр вуздар студенттары Башҡортостан менән танышыуҙы кампустан башланы

Өфөлә III Бөтә Рәсәй аграр вуздарҙың студенттар ғилми йәмғиәттәре смотр-конкурсының икенсе этабы сиктәрендә илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар өсөн "Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡараш" фәнни-популяр маршруты буйынса экскурсия ойошторҙолар. Проектты Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы башланғысын тормошҡа ашырыу планына ярашлы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары тормошҡа ашыра. Маршрут программаһы студенттарға Башҡортостан Республикаһының алдынғы тикшеренеү майҙансыҡтары һәм инновация потенциалы менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Вуз-ара студенттар кампусында ҡунаҡтар Өфө университеттарының заманса лабораторияларында булды, унда төбәктә үткәрелгән перспективалы фәнни йүнәлештәр һәм эшләнмәләр тураһында белде. Маршруттың үҙенсәлеге булып юғары технологиялы объекттар һәм уникаль тәбиғәт-геологик ҡомартҡылар менән танышыу тора. Ҡатнашыусылар 2025 йылдың сентябрендә ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы тип танылған «Торатау» геопаркының визит-үҙәгенд

Өфөлә III Бөтә Рәсәй аграр вуздарҙың студенттар ғилми йәмғиәттәре смотр-конкурсының икенсе этабы сиктәрендә илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар өсөн "Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡараш" фәнни-популяр маршруты буйынса экскурсия ойошторҙолар. Проектты Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы башланғысын тормошҡа ашырыу планына ярашлы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары тормошҡа ашыра. Маршрут программаһы студенттарға Башҡортостан Республикаһының алдынғы тикшеренеү майҙансыҡтары һәм инновация потенциалы менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Вуз-ара студенттар кампусында ҡунаҡтар Өфө университеттарының заманса лабораторияларында булды, унда төбәктә үткәрелгән перспективалы фәнни йүнәлештәр һәм эшләнмәләр тураһында белде. Маршруттың үҙенсәлеге булып юғары технологиялы объекттар һәм уникаль тәбиғәт-геологик ҡомартҡылар менән танышыу тора. Ҡатнашыусылар 2025 йылдың сентябрендә ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы тип танылған «Торатау» геопаркының визит-үҙәгендә булды. Бынан тыш, «Карбон полигоны» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең климат йорт-музейында студенттар палеонтология коллекцияларын өйрәнә, меңәр йылдар дауамында климат үҙгәреү тарихын күҙәтә һәм кешеләрҙең ниндәй углерод эҙен ҡалдырыуын һәм уны нисек кәметеүен белә. БЕЛЕШМӘ. 2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27715/