Найти в Дзене

Башҡортостанда урмандар әүҙем тергеҙелә

Башҡортостан Республикаһы һәр ваҡыттағыса “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһының иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе булып тора. Ул “Экологик именлек” (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проектына ярҙам итеүгә уҙғарыла һәм урман фондын һөҙөмтәле тергеҙергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Урмансылар, ирекмәндәр, уҡыусылар һәм урындағы халыҡтың тырышлығы менән акция барышында йыл һайын миллионлаған төрлө үҫенте ултыртыла. — Башҡортостан Республикаһында «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһы масштабтары йылдан-йыл арта. Акция барышында төбәктә 700 мең кешене йәлеп итеп, 10 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Беҙ, был мәсьәләгә урындағы халыҡты, волонтерҙарҙы һәм бизнес вәкилдәрен әүҙем йәлеп итеп, тотороҡло урман хужалығын индереүгә аҙымдар яһауҙы дауам итәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылы янында 2 гектар майҙанда 8 мең төп шыршы үҫентеһе ултыртыл

Башҡортостан Республикаһы һәр ваҡыттағыса “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһының иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе булып тора. Ул “Экологик именлек” (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проектына ярҙам итеүгә уҙғарыла һәм урман фондын һөҙөмтәле тергеҙергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Урмансылар, ирекмәндәр, уҡыусылар һәм урындағы халыҡтың тырышлығы менән акция барышында йыл һайын миллионлаған төрлө үҫенте ултыртыла. — Башҡортостан Республикаһында «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһы масштабтары йылдан-йыл арта. Акция барышында төбәктә 700 мең кешене йәлеп итеп, 10 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Беҙ, был мәсьәләгә урындағы халыҡты, волонтерҙарҙы һәм бизнес вәкилдәрен әүҙем йәлеп итеп, тотороҡло урман хужалығын индереүгә аҙымдар яһауҙы дауам итәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылы янында 2 гектар майҙанда 8 мең төп шыршы үҫентеһе ултыртылды. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә 100-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән хеҙмәт коллективтары, студенттар һәм урындағы халыҡ ҡушылды. Бәләбәй урмансылары Рәсәй тимер юлдарының урындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Урманды һаҡлайыҡ» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты һәм 1,5 гектар майҙанда 6 000 ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Фото: телеграм