Ендәрҙән (шайтандарҙан) кәртә булыусы һүҙҙәр: Әғүүҙү бикәлимәти-лләәһит-тәәммәәти-лләти ләә йүджәүизүһүннә бәррун үә ләә фәәджирун мин шәрри мәә халәҡ, үә бәраа’ә үә ҙәраа’ә, үә мин шәрри мәә йәнзилү минәс-сәмәә’и, үә мин шәрри мәә йәғруджү фииһә, үә мин шәрри мә ҙәраа’а фил-арды, үә мин шәрри мәә йәхруджү минһәә, үә мин шәрри фитәнил-ләйли үән-нәһәәр, үә мин шәрри күлли таариҡин илләә тариҡан йәтруҡу бихайрин йәә рахмәән Мәғәнәһе: Ул халиҡ ҡылған (барлыҡҡа килтергән) нәмәләрҙең яуызлығынан, Ул яһаған һәм эшләгән яманлыҡтарҙан, күктән төшкән һәм уға менгән яманлыҡтарҙан, Ул ерҙә халиҡ ҡылған (барлыҡҡа килтергән) нәмәләрҙең яуызлығынан, һәм унан сыҡҡан яманлыҡтарҙан, төн һәм көндөң фетнәләренән, һәм төндә килтерелгән яуызлыҡтарҙан, яҡшылыҡ килтергәндән башҡа, Аллаһтың, мөьмин дә, фәсиҡ та (боҙоҡ кеше) күтәрелә алмаған, камил һүҙҙәренә һыйынам, Йә Рахмән!Мосолман кеше кейемен һалғанда ошо һүҙҙәрҙе әйтһә, улар шул Әҙәм балаһы менән ендәр араһында кәртә (пәрҙә) булыр. Кеше янында фәрештәләр һәм ендәр/шайтандар була. Шайтандар кешенең ғәүрәтенә ҡарарға ярата. Әлеге доғаны кейемде һалғанда (өҫтө алмаштырғанда, һыу ҡойонғанда) кеше менән шайтан араһында күҙ тейеүҙән кәртә булдырыу өсөн өс тапҡыр уҡырға кәңәш ителә. Вәғәздәр һәм нәсихәттәр төркөмөнән. Ә. Байымов фотоһы.