Монополиялыҡҡа ҡаршы федераль хеҙмәт электр энергияһына тарифтар буйынса иң ҙур һәм иң түбән хаҡтарға ҡарата 2026 йылға бойороҡ проектын әҙерләне. Документҡа ярашлы, Башҡортостан халҡы өсөн бер киловатт-сәғәткә хаҡты 11 процентҡа күтәрергә тәҡдим ителә. “2026 йылға тарифтарҙың максималь кимәле электр энергияһына (ҡеүәтенә) хаҡтарҙың үҫеш индексына тура килә, ул Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеше фаразында бөтә төбәктәр буйынса 11,3 процент итеп ҡаралған”, тип әйтелә документта. Федераль хеҙмәт тәҡдим иткән тарифтар 2025 йылдың икенсе яртыһы кимәленә тура килә, ул бер киловатт-сәғәт өсөн 4,9 – 4,91 һум тәшкил итә. Ә тарифтарҙы күтәреү 2026 йылдың 1 октябренән булыр тип күҙаллана, ул саҡта бер киловатт-сәғәттең хаҡы 5,43 – 5,44 һум буласаҡ. Фото: “Башинформ”.