Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йырсы концерттарын кәметергә йыйына

Башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинова концерттар һанын кәметергә ниәтләүен белдергән. Уның әйтеүенсә, йылына 200-шәр концерт биргәндә, ул үҙенә йәшәргә ваҡыты ҡалмағанын аңлаған. - Үҙемә ваҡыт бүлергә ваҡыт етте. Сәләмәтлеккә лә ваҡыт бүлергә кәрәк, сөнки организм үҙен һиҙҙерә башланы. Тағы ла улым янында булырға теләр инем, Нариман инде иртәгә үк өйләндерергә мөмкин булырлыҡ йәштә. Ә мин уның үҫкәнен дә күрмәнем, видеошылтыратыуҙар аша ғына контролдә тоттом. Шәхси тормошомдо алып барғым килә. Шуға күрә концерттар һанын кәметеү тураһында уйлайым. Ә улар 200-гә яҡын ине. Йылына 200 соло концерт - бынан һуң бындай хәл башҡаса булмаясаҡ. Баҡһаң, минең йәшәргә ваҡытым ҡалмаған икән. Был уйға күптән килдем. Эшемде сикһеҙ яратам, әммә хәҙер мин “тупик”ҡа яҡынлашып барам кеүек, - тип һөйләгән күҙҙәренә йәш алып Илһөйә Бәҙретдинова. Уның һүҙҙәренсә, ул тормошон тамашасыһыҙ күҙ алдына ла килтермәй, шуға ла сәхнәнән тулыһынса китергә й

Башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинова концерттар һанын кәметергә ниәтләүен белдергән. Уның әйтеүенсә, йылына 200-шәр концерт биргәндә, ул үҙенә йәшәргә ваҡыты ҡалмағанын аңлаған. - Үҙемә ваҡыт бүлергә ваҡыт етте. Сәләмәтлеккә лә ваҡыт бүлергә кәрәк, сөнки организм үҙен һиҙҙерә башланы. Тағы ла улым янында булырға теләр инем, Нариман инде иртәгә үк өйләндерергә мөмкин булырлыҡ йәштә. Ә мин уның үҫкәнен дә күрмәнем, видеошылтыратыуҙар аша ғына контролдә тоттом. Шәхси тормошомдо алып барғым килә. Шуға күрә концерттар һанын кәметеү тураһында уйлайым. Ә улар 200-гә яҡын ине. Йылына 200 соло концерт - бынан һуң бындай хәл башҡаса булмаясаҡ. Баҡһаң, минең йәшәргә ваҡытым ҡалмаған икән. Был уйға күптән килдем. Эшемде сикһеҙ яратам, әммә хәҙер мин “тупик”ҡа яҡынлашып барам кеүек, - тип һөйләгән күҙҙәренә йәш алып Илһөйә Бәҙретдинова. Уның һүҙҙәренсә, ул тормошон тамашасыһыҙ күҙ алдына ла килтермәй, шуға ла сәхнәнән тулыһынса китергә йыйынмай. Был - үҙенә күрә бер сир, ти ул. Йырсы билдәләүенсә, ул тәүлегенә ни бары бишәр сәғәт кенә йоҡлай, ә алты сәғәт йоҡлай алған көндәрҙе зиннәтлек тип иҫәпләй. Фото һәм сығанаҡ: kazanfirst.ru