Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II советы майҙансығында эшләүгә йомғаҡ яһаны. Республика етәксеһе, атап әйткәндә, бер нисә перспективалы проект буйынса үзбәк партнерҙары менән өлгәшелгән килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләне. – Беҙ беренсе йыл ғына әүҙем хеҙмәттәшлек итмәйбеҙ. Үзбәкстан менән эш системалы нигеҙҙә төҙөлә. Бөгөн мөһим осрашыуҙар, шул иҫәптән вице-премьер Жамшид Ходжаев һәм бер нисә өлкә хокимдары менән, үткәрелде. Алдан килешелгән бөтә нәмәне тикшерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлектең юл картаһында 90-дан ашыу пункт бар. Улар иҡтисадҡа һәм инвестицияларға, мәҙәни һәм гуманитар алмашыуға ҡағыла. Атап әйткәндә, Ташкент өлкәһендә берлектәге индустриаль парк булдырыу пландары ҡаралды. Мин вице-премьерҙан был эште әүҙемләштереүен һораным, сөнки беҙҙең яҡтан потенциаль резиденттар бар. Үзбәк инвесторҙары үҙ сиратында Башҡортостан биләмәһендә бер ни
Радий Хәбиров: Үзбәкстан менән эште системалы нигеҙҙә төҙөнөк
22 октября 202522 окт 2025
1 мин