Найти в Дзене

Нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә!

Яңыраҡ Өфөнөң Совет майҙанында махсус хәрби операция ветерандарына автомобилдәр асҡыстары тапшырҙылар. Шуларҙың араһында Салауат ҡалаһында йәшәгән Әсғәт Ғибатуллин да бар ине. Ул 2023 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хәрби бурысты үтәгәндә ауыр йәрәхәттәр ала һәм ике аяғынан да яҙа. Һигеҙ ай буйы госпиталдәрҙә, реабилитация үҙәктәрендә ята. Егет бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, өйөнә ҡайта, протездарға баҫа һәм тормоштан йәм табып йәшәй башлай. –Был хәл тормошомдо үҙгәртте, ике аяҡһыҙ ҡалыу хәрәкәтләнеүҙе сикләне, магазиндарға барыу, туғандар менән аралашыу ҡыйынлашты, – тип хәтерләй Әсғәт Ғибатуллин. Тик яугир төшөнкөлөккә бирелмәй, хәл итеү юлдарын эҙләй. Ул Салауат ҡалаһы ветерандарынан беренсе булып, дәүләт ярҙамынан – номиналы 50 мең һумға тиклем тәшкил иткән белем биреү социаль сертификатынан файҙалана һәм ҡул менән идара ителеүсе “В” категориялы водитель танытмаһы ала. – Бер айлыҡ курстан һуң мин автомобиль руле артына ултырҙым. Тәүге көндәр анһат ҡына булманы.Шу

Яңыраҡ Өфөнөң Совет майҙанында махсус хәрби операция ветерандарына автомобилдәр асҡыстары тапшырҙылар. Шуларҙың араһында Салауат ҡалаһында йәшәгән Әсғәт Ғибатуллин да бар ине. Ул 2023 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хәрби бурысты үтәгәндә ауыр йәрәхәттәр ала һәм ике аяғынан да яҙа. Һигеҙ ай буйы госпиталдәрҙә, реабилитация үҙәктәрендә ята. Егет бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, өйөнә ҡайта, протездарға баҫа һәм тормоштан йәм табып йәшәй башлай. –Был хәл тормошомдо үҙгәртте, ике аяҡһыҙ ҡалыу хәрәкәтләнеүҙе сикләне, магазиндарға барыу, туғандар менән аралашыу ҡыйынлашты, – тип хәтерләй Әсғәт Ғибатуллин. Тик яугир төшөнкөлөккә бирелмәй, хәл итеү юлдарын эҙләй. Ул Салауат ҡалаһы ветерандарынан беренсе булып, дәүләт ярҙамынан – номиналы 50 мең һумға тиклем тәшкил иткән белем биреү социаль сертификатынан файҙалана һәм ҡул менән идара ителеүсе “В” категориялы водитель танытмаһы ала. – Бер айлыҡ курстан һуң мин автомобиль руле артына ултырҙым. Тәүге көндәр анһат ҡына булманы.Шулай ҙа яҡындарым һәм уҡытыусыларым ярҙамында ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым һәм хәҙер юлда үҙемде ышаныслы тоям. Автомобиль минең һәм ғаиләм өсөн ысын ярҙам. Хәҙер ҡатыным менән теләгән ергә бара, сәйәхәт итә алам. Ә мин ҡатынымды былтыр ғинуар айында өйгә ҡайтыу менән таптым. 6 сентябрҙә өйләнештек, беҙ бәхетле! Мин “Ватанды һаҡлаусылар” фондына һәм үҙебеҙҙәге социаль координатор Кристина Синчуроваға хыялымды тормошҡа ашырыуҙа ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтәм. Икеләнгәндәр булһа, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, алға табан барығыҙ, тип әйтер инем. Тормош дауам итә, ә алда мотлаҡ еңеүҙәр буласаҡ!– тип шатлығы менән уртаҡлаша ветеран. Фото: “Выбор” гәзите сайты. .