Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы

22 октябрҙә Мәскәү өлкәһенең “Патриот” паркында үткән Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктәр араһында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, фәнни-техник һәм гуманитар үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү. Осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Хокимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһында ҡул ҡуйылған килешеү менән алмашыу булды. Башҡортостан Башлығы төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙың, шул иҫәптән Ташкент өлкәһенең Бекабад районында башҡорт-үзбәк технопаркының флагман проектын тормошҡа ашырыуҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Уның буйынса эште планлы алып барабыҙ, резиденттарҙы билдәләнек. Беҙ юл картаһын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ Башҡортостандың Ташкент өлкәһе менән сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте артаба

22 октябрҙә Мәскәү өлкәһенең “Патриот” паркында үткән Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктәр араһында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, фәнни-техник һәм гуманитар үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү. Осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Хокимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһында ҡул ҡуйылған килешеү менән алмашыу булды. Башҡортостан Башлығы төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙың, шул иҫәптән Ташкент өлкәһенең Бекабад районында башҡорт-үзбәк технопаркының флагман проектын тормошҡа ашырыуҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Уның буйынса эште планлы алып барабыҙ, резиденттарҙы билдәләнек. Беҙ юл картаһын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ Башҡортостандың Ташкент өлкәһе менән сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеүгә әҙерлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙ сиратында, Зойир Мирзаев Башҡортостан етәкселегенә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләренә иғтибар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәк иҡтисады өсөн берлектәге башланғыстарҙың әһәмиәтен билдәләне. – Ташкент өлкәһенән ауыл хужалығы һәм башҡа продукция килтереү өсөн Башҡортостанда күмәртә-бүлеү үҙәген булдырырға әҙербеҙ. Аныҡ тәҡдимдәр бар, һәм беҙҙең эшҡыуарҙар уларҙы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына, – тине Ташкент өлкәһе хокимы. Зойир Мирзаев урындарҙа тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү өсөн Башҡортостан һәм Ташкент өлкәһе муниципалитеттары етәкселәре араһында тура бәйләнеш булдырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм яҡын арала район етәкселәренең Үзбәкстандан Башҡортостанға сәфәрен ойошторорға тәҡдим итте. – Идея бик яҡшы. Беҙ һеҙҙең вәкилдәрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ, ҡала һәм ауыл йүнәлештәре буйынса визит программаһын әҙерләйбеҙ, – тине республика Башлығы. Осрашыу аҙағында яҡтар өлгәшелгән килешеүҙәрҙе юл картаһына индерергә һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса әүҙем эште дауам итергә һөйләшеп килеште. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.