Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙғылар ҙа ФАП-лы булды

Архангел районының Ҡыҙғы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта республикның Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Медпункт «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу барышында төҙөлгән. Яңы ФАП-та халыҡ сифатлы медицина ярҙамын алһын һәм хеҙмәткәрҙәр уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн бөтә шарттар булдырылған. Фельдшер кабинеты, процедура, ҡаралыу, дарыу. кәрәк-яраҡ һаҡлау бүлмәләре бар. Яңы медпунктта Ҡыҙғы һәм Родина ауылдары халҡы ярҙам ала ала. Уларҙа йәмғеһе 267 кеше йәшәй. – Урындағы халыҡ йәшәү урынынан алыҫ булмаған ерҙә яңы, заманса шарттарҙа диспансерлау, вакциналау үтеүгә, шулай уҡ беренсел медицина-санитар ярҙамы алыу мөкинлегенә эйә булыуға ныҡ шатмын, – ти фельдшер Әлфирә Ноғаманова. РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса быйылдан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/...