Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дуҫлыҡ һәм тыныслыҡты яҡлап

Сентябрь аҙағында Мәскәүҙә I Бөтә донъя йәмәғәт ассамблеяһы һәм Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһынының II конгресы үтте. Бында 150 илдән дүрт меңдән ашыу вәкил ҡатнашты. Ҙур форумға йыйылыусыларҙы бер маҡсат берләштерә: берҙәмлеккә нигеҙләнгән яңы донъя төҙөү ниәтенә теләктәшлек белдереү. Был күләмле сарала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов та ҡатнашты. Марсель Шәйнур улы – “Донъя халыҡтары ассамблеяһы” халыҡ-ара ойошмаһының тәүге ағзаларының береһе, Евразия халыҡтары ассамблеяһының ойоштороу съезы делегаты, Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһын төҙөүгә өлөш индергән кеше. Башҡорт сатиригы - күп Рәсәй һәм халыҡ-ара премиялар лауреаты. Форум башланыр алдынан Рәсәй Яҙыусылар союзының Шолохов залында Мар.Сәлимдең ижад кисәһе ойошторолдо. Күренекле сатирик уны “Һәнәк” журналының 100 йыллығына арнай. Марсель Шәйнур улы журналда дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләй, шуның 30-ы – баш мөхәррир сифатында, был 1980–2010 йылдарға ҡарай. Башҡорт яҙыусыһын, уның ижадын күп төрлө милләт эйәләре үҙ итә, ижа

Сентябрь аҙағында Мәскәүҙә I Бөтә донъя йәмәғәт ассамблеяһы һәм Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһынының II конгресы үтте. Бында 150 илдән дүрт меңдән ашыу вәкил ҡатнашты. Ҙур форумға йыйылыусыларҙы бер маҡсат берләштерә: берҙәмлеккә нигеҙләнгән яңы донъя төҙөү ниәтенә теләктәшлек белдереү. Был күләмле сарала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов та ҡатнашты. Марсель Шәйнур улы – “Донъя халыҡтары ассамблеяһы” халыҡ-ара ойошмаһының тәүге ағзаларының береһе, Евразия халыҡтары ассамблеяһының ойоштороу съезы делегаты, Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһын төҙөүгә өлөш индергән кеше. Башҡорт сатиригы - күп Рәсәй һәм халыҡ-ара премиялар лауреаты. Форум башланыр алдынан Рәсәй Яҙыусылар союзының Шолохов залында Мар.Сәлимдең ижад кисәһе ойошторолдо. Күренекле сатирик уны “Һәнәк” журналының 100 йыллығына арнай. Марсель Шәйнур улы журналда дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләй, шуның 30-ы – баш мөхәррир сифатында, был 1980–2010 йылдарға ҡарай. Башҡорт яҙыусыһын, уның ижадын күп төрлө милләт эйәләре үҙ итә, ижадташ дуҫтары араһында ла донъяның төрлө илдәре вәкилдәре бар. Кисәлә яҙыусы ижадына ҡағылышлы ҡыҙыҡ ваҡиғалар тураһында һөйләне, илдә иң яҡшылар рәтендә торған сатира журналына етәкселек итеү тәжрибәһен уртаҡлашты. Әйткәндәй, билдәле башҡорт кинорежиссеры Радик Килмәмәтов Марсель Сәлимовтың ижадына арналған “Донъя буйлап көлә-көлә” (“Со смехом по всему свету”) документаль фильмы өҫтөндә эшләй. Сараға килгән ҡунаҡтар уның хаҡында тәүгеләрҙән булып ишетте. Фильмдың премьераһы Ҡаҙағстанда үткәрелгән фестивалдә була, был хаҡта Евразия ижади гильдияһы рәйесе урынбаҫары Марат Әхмәтйәнов хәбәр итте һәм яҙыусыны фестивалгә саҡырҙы. Башҡорт юмористик журналын, уның данлы элекке мөхәррирен ҡотларға Николай Переяслов, Юрий Коноплянников, Николай Стародымов, Марат Әхмәтйәнов, Елена Светлая, Владимир Никеров, Виктор Клыков, Мәскәү башҡорттарының Әнисә Динмөхәмәтова етәкселегендәге "Бүләк" вокаль ансамбле килде. Форум барышында киң мәғлүмәт саралары һәм әҙәби журналдарға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Марсель Шәйнур улы унда сығыш яһап, үҙ тәжрибәһе тураһында һөйләп ишеттерҙе. Азия журналистары союзы рәйесе Әшрәф Әбү әл-Йәзид һәм сарала ҡатнашыусылар бер төптән “Һәнәк” башҡорт сатира журналын, уның эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Конгреста Мәскәүҙә йәшәгән һм әҙәби ижад менән шөғөлләнгән милләттәштәребеҙ, “Сәсән” ойошмаһы ағзалары ла ҡатнашты. Берекмәнең етәксеһе – Әлфиә Агеева. Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһы президенты Маргарита Аль Марсель Сәлимовтың ижади эшмәкәрлегенең әүҙем, емешле булыуын билдәләне. Яҙыусы, бер төркөм ижадташтары менән бер рәттән, “Донъя әҙәбиәте үҫешенә индергән өлөшө өсөн” тигән алтын миҙалға лайыҡ булды. Абруйлы награда быға тиклем дә донъяның төрлө илдәрендә йәшәгән һәм ижад иткән яҙыу оҫталарына тапшырылған. Күренекле башҡорт сатиригының ижади сәфәре, ул баш мөхәррире булған “Һәнәк” журналы тураһында күп интернет-сығанаҡтарҙа яҙмалар донъя күрҙе. Башҡортостан ҡунағы тураһында, мәҫәлән, шағирә, публицист, драматург, Рәсәй Яҙыусылар союзының әҙәби программалар буйынса секретары Нина Дьякованың һүрәтләмәһенән өҙөк килтерәйек: “...Был “Һәнәк” журналы 1925 йылда барлыҡҡа килеп, бер быуат буйына имен йәшәйме? Сөнки, берҙән, сатирик-юморсылар ҙа, икенсенән, юмор тойғоһона бай һоҡланғыс кешеләргә темалар ҙа бөтмәгән әле. Билдәле яҙыусы, күп йылдар “Һәнәк" журналының баш мөхәррире, әүҙем авторы, журнал уҡыусыларына Мар.Сәлим псевдонимы аҫтында билдәле булған Марсель Сәлимов – тап шундайҙарҙан. Ул Рәсәй Яҙыусылар союзының “Мәҙәниәт паркы” әҙәби ҡунаҡханаһында бөтәһен дә үҙенә йәлеп итте. Ҡунаҡтар уға магнит кеүек тартылды. Башҡорт сатиригы сараға бик етди дуҫтарын йыйҙы: яҙыусылар, тәржемәселәр, халыҡ артистары, хатта ҡатыны менән бергә килгән физик-теоретик, ул ғына түгел, инглиз телендә баҫмалар сығарған халыҡ-ара нәшриәтсе, Марселдең Австриялағы күптәнге дуҫы...” – тип яҙа. Өфөгә ҡайтҡас, күренекле яҙыусы ижадташтары менән абруйлы форум тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай, тигән лаҡап йәшәй. Бәлки, был шулайҙыр ҙа, әммә мин бер нимәне ышаныслы әйтә алам: Мәскәү йылмайыуға ышана! Ысын дуҫтарҙың ихлас йылмайыуына. Был юлы ла тап шулай булды!” Абруйлы башҡорт сатиригынан Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһынының II конгресы тураһында фекерен әйтеүен үтендек. – Ҡәләм эйәләренең был форумы изгелектең еңеүе өсөн бергәләп көрәшергә кәрәк икәнен тағы бер иҫбатланы. Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһы бында берләштереүсе ролен үтәй. Мәскәүҙәге конгресс тотош планетанан фекерҙәштәрҙе йыйҙы. Улар дуҫлыҡ һәм тыныслыҡты, татыулыҡты һәм хеҙмәттәшлекте һаҡлау юлынан бергәләп атларға әҙер. Был – дөрөҫ, ғәҙел юл, һәм беҙ унан алға, тик алға ғына атларға тейеш! – тине Марсель Шәйнур улы. Был фекерен ул конгрестың пленар ултырышында сығыш яһағанда ла ижадташтарына еткергән. Донъяның ижади көстәре тыныслыҡ һәм татыулыҡ хаҡына берләшһә, Ер йөҙөнөң киләсәге күркәм, хәүефһеҙерәк булыр – күренекле башҡорт сатиригының ошо фекеренә донъяның яҡты яғын үҙ иткән барса әҙәм балалары тәрән инана. Мәскәүҙә үткән I Бөтә донъя йәмәғәт ассамблеяһы һәм Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһынының II конгресында ҡатнашыусылар был изге ынтылышҡа үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаҫ. Борис Иванов һәм Лиана Романова фотолары.