Башҡортостанда “Ағиҙелгә ҡунаҡҡа” тип исемләнгән экологик һуҡмаҡ асылды. Ул ҙур ярымутрауҙа – дәүләт инфраструктураһынан йыраҡ булмаған тәбиғәт зонаһында урынлашҡан. “Ағиҙелгә ҡунаҡҡа” тип исемләнгән экологик һуҡмаҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Ҙур ярымутрауҙа – дәүләт инфраструктураһынан йыраҡ булмаған тәбиғәт зонаһында урынлашҡан һуҡмаҡта урындағы йәнлектәр, урман ҡоштар, балыҡтар, бөжәктәр һәм башҡалар тураһында яҙылған мәғлүмәт стендтары ҡуйылған. Барлығы ике маршрут бар. Беренсеһе – сәғәт тирәһе ваҡытты алған 1,3 километр оҙонлоғондағы бәләкәй түңәрәк. Икенсеһе ике сәғәткә иҫәпләнгән һәм 2,8 километр арауыҡтан тора. “Был Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр өсөн уңайлы мөхитте булдырыуҙа һәм экологик белем алыуҙы үҫтер