МХО биләмәһенә командировка барышында сираттағы әңгәмәсемә: “Үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле”, – тип мөрәжәғәт иткәс, хәрбиҙәрсә теүәллек һәм ҡәтғилек менән: “Рәсәй армияһының Запорожье йүнәлешендәге яугире “Ювелир”, – тип яуапланы. Марк 24 йәшлек Өфө егете икән. Дим биҫтәһендә тыуып үҫкән, шундағы 104-се мәктәпте тамамлаған. Ә инде үҙенсәлекле хәрби ҡушаматын МХО-ға тиклем ювелир компанияһында эшләүенә бәйләп һайлауын әйтте. Марктың махсус хәрби операцияға юлланыуы, дөрөҫөрәге хәрби тормошҡа аяҡ баҫыуы – үҙенсәлекле тарих. Ул тире ауырыуы менән сирләүе арҡаһында сроклы хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. Әммә егетте был өлкә һәр ваыт үҙенә тарта, шуға күрә хәрби контракт төҙөп, МХО-ға юлланыу мөмкинлеге тыуғас, һис икеләнмәйенсә, ҡарар ҡабул итә. – Сирем йоғошло түгел, йәғни эргә-тирәмдәгеләргә бер ҡурҡынысы ла юҡ. Ундай диагноз менән Рәсәй армияһына сроклы хеҙмәткә алыу тыйылған, шуға күрә әрмегә бара алманым, әммә һәр ваҡыт хәрби хеҙмәт тураһында хыялландым, – ти “Ювелир”. “Бындағы егет