Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был подразделениелар хәрбиҙәре бик яҡшы әҙерлек күрһәтә

21 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры, Рәсәй Геройы, армия генералы Виктор Золотов менән осрашты. Көн тәртибендә - республика биләмәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре, хоҡуҡ тәртибен нығытыу буйынса саралар, шулай уҡ Рәсәй Гвардияһы подразделениеларының Башҡортостандың дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлек итеүе. Радий Хәбиров менән Виктор Золотов шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәгән Салауат Юлаев исемендәге ике башҡорт батальонына ярҙам итеүҙе тикшерҙе. Росгвардияның был подразделениелары хәрбиҙәре бик яҡшы әҙерлек күрһәтә һәм бер нисә тапҡыр дәүләт наградалары менән билдәләнә. Виктор Золотов республика етәкселегенә төбәктә урынлашҡан ведомство бүлексәләренең эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләрендә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров үҙ сиратында хәрбиҙәрҙең һәм Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәренең республикала именлекте нығытыу

21 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры, Рәсәй Геройы, армия генералы Виктор Золотов менән осрашты. Көн тәртибендә - республика биләмәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре, хоҡуҡ тәртибен нығытыу буйынса саралар, шулай уҡ Рәсәй Гвардияһы подразделениеларының Башҡортостандың дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлек итеүе. Радий Хәбиров менән Виктор Золотов шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәгән Салауат Юлаев исемендәге ике башҡорт батальонына ярҙам итеүҙе тикшерҙе. Росгвардияның был подразделениелары хәрбиҙәре бик яҡшы әҙерлек күрһәтә һәм бер нисә тапҡыр дәүләт наградалары менән билдәләнә. Виктор Золотов республика етәкселегенә төбәктә урынлашҡан ведомство бүлексәләренең эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләрендә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров үҙ сиратында хәрбиҙәрҙең һәм Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәренең республикала именлекте нығытыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: glavarb.ru.