Ауыр шахтер һөнәрен ижад менән яраштырып алып барған егеттәр ҙә бар Аҡъярҙа. Шуларҙың береһе – шахтерҙар быуыны вәкиле, проходчик Юнир Йәрмөхәмәтов. Ул күп балалы, берҙәм ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына уҡырға инә һәм тау технологы һөнәренә эйә була. Мәктәптә һәм колледжда уҡығанда төрлө сараларҙа ҡатнаша, милли көрәш буйынса ярыштарҙа район намыҫын яҡлай, “Ҡыйыуҙар һәм тапҡырҙар” командаһында ҡатнаша, театр постановкаларында уйнай. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Новотроицк ҡалаһындағы ҡаты режимлы 5-се колонияла ике йыл эшләй. Тик тыуған яҡ егетте үҙенә магниттай тарта. Район учреждениеларының береһендә водитель булып бер аҙ эшләгәндән һуң яҙмыш уны Октябрь ер аҫты руднигы щахтаһына алып килә. – Водитель булып эшкә урынлашырға теләгәйнем, тик кадрҙар бүлегендә шахтала эш тәҡдим иттеләр. Оҙаҡ уйлап торманым, шахта беҙҙең ҡаныбыҙҙа бит инде. Атайым ғүмер буйы шахтала хеҙмәт итте. Эш ауыр, ер аҫтындағы хеҙмәт – оло һынау. Коллективыбыҙ бе