Сара Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиевтең сығышы менән башланып китте. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. “Конкурс ете йыл дауамында көслө рухлы, яуаплы һәм яратҡан атайҙарҙы берләштергән һәйбәт традицияға әүерелде. “Үҙ атайыңдың ғына түгел, ә халҡыңдың да улы бул”, ти халыҡ. Бөгөн ошо залда улырған һәр атай – республиканың лайыҡлы улы”, тип әйтелә тәбрикләүҙә. Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, ғилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, МХО ветераны Оскар Ситдиҡов, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һәм башҡалар сығыш яһаны. Тәбрикләүҙән һуң конкурста еңеүселәргә наградалар тапшырылды. “Ватанды һаҡлаусылар” номинацияһында ул Бөрө ҡалаһынан Александр Дудко, Архангел районынан Виктор Кудряшов, Әбйәлил районынан Айсар Илһамов, Өфө ҡалаһынан Артур Хисмә