Республика башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһиме: ⭕ «Авангард» заводындағы хәлдән зыян күреүселәргә ярҙам итәсәктәр. Стәрлетамаҡта цех шартлағанда һәләк булған өс хеҙмәткәрҙең ғаиләләре матди ярҙам аласаҡ. Әле дауаханала булған биш кешенең хәле тотороҡло. 🏘️ Башҡортостандың урындағы хакимиәттәре — иң яҡшылар рәтендә. Рәсәйҙә 2024 йылғы иң файҙалы муниципаль практикалар конкурсы һөҙөмтөләре иғлан ителде. Бишбүләк районының Каменск ауыл советы, Әбйәлил районының Ташбулат ауыл советы, Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәттәренең ғәмәли алымдары юғары баһаға лайыҡ булды. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Мәләүез райондары иген культураларын урыу буйынса лидерҙар исемлеген етәкләй. Ойошмалар буйынса ла рейтинг төҙөлгән: «Урожай», «Таврос» предприятиелары, «Үҙәк» МТС-ы был исемлектә иң юғары баҫҡыстарҙа. «Үҙәк» машина-технология станцияһы бер-нисә йыл элек кенә банкрот хәлендә тиерлек булһа, быйыл юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 🌻 Республикала май культураларының уңышы тарихи рекорд ҡуясаҡ, тип көтөлә.