Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡауарҙыла яңы ФАП асылды

Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бинаны төҙөү "Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер" милли проекты (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") ярҙамында тормошҡа ашырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер кабинеты, ҡарау һәм процедуралар бүлмәләре, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-ярағын һаҡлау урындары бар. ФАП-та беренсел медик-санитар ярҙамы Ҡауарҙы ауылы халҡына күрһәтелә. Бында 605 кеше йәшәй. - Яны ФАП ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тиҙләтә. "Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер" милли проекты алыҫ ауылдарҙа ла заман талаптарына яуап биргән медицина объекттары асырға ярҙам итә, – ти Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың башынан тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт, фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/759149/